4 декабрь, Йәкшәмбе

18 апрель 2014 йыл, 15:05

Пасхаға Башҡортостанда 17 градусҡа тиклем йылытасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Ял көндәрендә Башҡортостанда йылы, ҡояшлы, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге.

Һауа температураһы республикала 19 апрелдә төндә минус өстән алып плюс ике градусҡа тиклем тәшкил итәсәк, ә Пасха төнөндә 20 апрелдә – минус берҙән алып ике градусҡа тиклем йылы.

Көндөҙ йылыраҡ – шәмбе плюс 11-15 градус һәм йәкшәмбе 14-17 градус.

Шул уҡ ваҡытта, «Интерфакс»ҡа Рәсәй Гидрометеорология үҙәге директоры Роман Вильфанд һөйләүенсә, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә был яҙҙа ныҡ һыуытыу менән ҡар яуыу көтөлмәй.

— 70 проценттан уҙған, ихтималлыҡ менән ниндәйҙер көслө, мөһим, ҡапыл һыуытыу күҙалланмай, — тип хәбәр итте ул.

Апрелдә икенсе декаданың аҙағында Рәсәй үҙәгендә температураның байтаҡ күтәрелеүе көтөлә, һуңынан – бер аҙға төшөүө. Майҙың тәүге декадаһында бер аҙ ҡырау төшөүө ихтимал.

темалар: һа