2 декабрь, Йома

18 апрель 2014 йыл, 14:35

Республикала Белогорск районына ярҙам күрһәтеүҙә ведомство-ара бәйләнешле хәрәкәт буйынса штаб эшләй башланы

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса республика Хөкүмәтендә Ҡырымдың Белогорск районына ярҙам итеүҙә төбәк дәүләт власы башҡарма органдарының бәйләнешле хәрәкәтен ойоштороу буйынса оператив штаб ойошторолдо.

Башҡортостан Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитеты рәйесе Сергей Новиков етәкселегендәге төркөм составына республика Хөкүмәте Аппаратының структура бүлексәләре етәкселәре инде.

Штабтың эше башланды. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда беренсе оператив кәңәшмә уҙҙы, уның эшмәкәрлеге буйынса тәү сираттағы бурыстар билдәләнде, тип хәбәр итә төбәк Дәүләт заказдарын урынлаштырыу буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Бөгөнгө көнгә Белогорск районы хакимиәте менән һөҙәмтәле үҙ-ара эш итеүҙе тәьмин итеү, шулай уҡ ҡырымдарға матди һәм социаль ярҙам күрһәтеү буйынса эште төҙәтеү өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып тора.

Ҡырым халҡына финанс ярҙам буйынса хәйриә акцияһы әле лә дауам итә. Теләүселәр үҙ средстволарын киләһе реквизиттар буйынса махсус иҫәпкә күсерә ала:

ИНН 0274900243 (КПП 027401001)

ОГРН 1090200001825

ОКПО 61164359

ОКТМО 80701000

р/с 40703810306000000311

«Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 8598-се Башҡортостан бүлексәһе

к/с 30101810300000000601

БИК 048073601

Алыусыһы: Социаль маҡсатлы программалар фонды

Түләүҙең тәғәйенләнеше: Ҡырым Республикаһының Белогорск районы үҫешенә бушлай ярҙам

Юридик адрес:

450000, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17

Фактик адрес:

450000, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17, 6-сы ҡат, 10-сы офис

Тел.: +7 (347) 246-38-76.

Башҡортостан халҡы һәм предприятиеларының Ҡырым халҡына 20 миллион һумдан ашыу аҡса йыйғаны тураһында алдан хәбәр ителгәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡырым халҡына гуманитар ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса йыйыу республикала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов инициативаһы буйынса ойошторолған.