7 декабрь, Шаршамбы

18 апрель 2014 йыл, 12:44

БР Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәрова БДИ үткәреүҙең яңы процедуралары менән танышты

автор: Эльмира Сабирова

Өфөнөң 5-се лицейында кесе йома, 17 апрелдә, имтихандарҙы үткәреү пунктары етәкселәре өсөн семинар-кәңәшмә үтте. Әңгәмәнең темаһы – Башҡортостан Республикаһында урта дөйөм белем биреүҙең белем биреү программалары буйынса дәүләт йомғаҡ аттестацияһын үткәреүгә әҙерлек мәсьәләләре.

Сарала шулай уҡ БР Хөкүмәте ҡарамағындағы БДИ-ны үткәреүҙе камиллаштырыу буйынса ведомство-ара комиссия ағзалары, ата-әсәләр берләшмәһе һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

— Берҙәм дәүләт имтиханы – ул ата-әсәләр, уҡытыусылар өсөн ҙур һынау. Һәм тәү сиратта, әлбиттә, балаларҙың үҙҙәре өсөн. Сығарылыш уҡыусылары өсөн максималь уңайлы психологик торош булдырыуға акцент эшләргә кәрәк, — тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. — Беҙҙең бөгөнгө осрашыуыбыҙҙың маҡсаты – БДИ процедураһын һәр ҡатнашыусы өсөн мөмкин тиклем асыҡ итеп эшләү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр БР Мәғариф министрлығы, педагогтар һәм ата-әсәләр йәмғиәте менән берлектә атҡарған ҙур эшкә ҡарамаҫтан, бик күп боҙоуҙар булды.

Быйыл, БДИ-ның бөтә йүнәлештәре буйынса уны яңыса техник тәьмин итеүҙе һәм ойоштороуҙы талап иткән, ҡануниәткә бер төркөм йүнәлештәр индерәсәктәр.

— Быйылғы йылдың талаптары металл эҙләүсе ҡорамалдарҙың булыуы, һәр аудиторияла мотлаҡ рәүештә видеокүҙәтеүҙе ойоштороу.  Былар барыһы ла тәү сиратта хәүефһеҙлек өсөн, һәм үҙең менән элемтә сараларын индереү ҡыҙыҡтырғысы булмаһын өсөн, — тип аңлатты Лилиә Ғүмәрова. — Һәр балаға киләһене аңлатыу мөһим – әгәр имтиханға телефон менән килһәң, әгәр ҡапыл контроль-үлсәү материалдарын интернетҡа һалырға теләһәң, һәм нисектер уны һала алһаң, аттестатһыҙ ҡалыуың ихтимал.

Лилиә Ғүмәрова иғтибар иткәндең икенсеһе – «БДИ-туризм».

— Шуныһы мөһим, БДИ үткәреү пунктарында контролде үтеү ваҡытында һинең исем-шәрефтәрең исемлектә булырға тейеш. Былтыр республиканың 200 БДИ ҡатнашыусыһы үҙҙәре теркәлмәгән пунктарға килде. Хәлде анализлау ваҡытында был балаларҙың йыл дауамында юғары булмаған һөҙөмтәләргә эйә булыуҙары асыҡланды. Ә БДИ йомғаҡтары буйынса юғары балдар алды, — тип аңлатты вице-премьер. — Быйылдан алып етди контроль буласаҡ. Әгәр уҡыусы теркәлмәһә, уның был аудиторияла имтихан яҙырға хоҡуғы юҡ.

Лилиә Ғүмәрова алдағы көндәрҙә һәр районда БДИ-ны үткәреү буйынса пунктарҙы асырға тәҡдим итте, унда ата-әсәләр үҙҙәренең балалары менн килеп был процедураны үтә аласаҡ.

темалар: бди-2014