9 декабрь, Йома

18 апрель 2014 йыл, 11:14

Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашты

автор: "Башинформ"

17 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Президент «Газпром»ды Башҡортостан өсөн әһәмиәтле компания тип атаны: «сәнәғәтселәр араһында республика территорияһында ғәмәлгә ашырған күләмдәре буйынса беренсе булып тора, унда күләм миллиард ярымдан артҡан». Республика башлығы көслө социаль ярҙам, Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү өсөн объекттар төҙөүҙә ярҙам иткәне өсөн компанияға рәхмәт әйтте. «Газпром нефтехим Салауат» бик әүҙем яңыра, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Нефть эшкәртеүҙә лә, яңы химик, энергетик ҡеүәттәр булдырыуҙа ла яҡшы программа. Яңы Салауат йылылыҡ-электр үҙәге эшләй башлаясаҡ, унда яңы ҡеүәттәр 2015 йылда индереләсәк. Бынан тыш башҡа предприятиеларға ҡарата уртаҡ эффект килеп тыуа. Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө һәм беҙҙең тирәләге территориялар үҫешә. Был ҙур, яҡшы, ҡыҙыҡлы эш. Һуңғы ваҡытта «Газпром», Өфө моторҙар етештереү берекмәһе менән бергә газ һурҙырыу агрегаттары һәм газ һурҙырыу агрегаттары приводтарының ышаныслылыҡ мәсьәләһен хәл итеп булды. Бөгөн АЛ-31СТ үҙен яҡшы КПД менән заманса, ышаныслы машина булараҡ күрһәтте. Кәм тигәндә, алдағы 15-20 йылда был машина ғәҙәти, тыныс эшләй аласаҡ. Әлбиттә, беҙҙең артабанғы хеҙмәттәшлекте, уртаҡ эште үҫтереү буйынса тәҡдимдәр бар. Башҡортостан кеүек, бындай ҡеүәтле төбәктең газ химияһын булдырыу, әҙер продукцияны сығарыу буйынса кластерҙар формалаштырыу, импортты алмаштырыу эштәрендә пландары ҙур, — тине республика башлығы.

Үҙ сиратында, Алексей Миллер, Башҡортостан компания өсөн бик мөһим уҙаҡташ, тип билдәләне.

— Республиканың газ ташыуҙа уйнаған ролен билдәләһем килә. Ысынлап та, Башҡортостан территорияһы аша беҙ ғәйәт ҙур газ күләмен сығарабыҙ, йылына 100 миллиардтан ашыу кубометр. Әлбиттә, беҙҙең хеҙмәттәшлек һәм газ эшкәртеү өлкәһендә яңы производстволар, яңы ҡеүәттәр булдырыуҙа өҫтәмә мөмкинлектәр, — тине Газпром башлығы. Уның әйтеүе буйынса, уның Башҡортостанға визиты ике яҡ хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшереү менән генә түгел, ә шулай уҡ Өфөлә газ эшкәртеү буйынса бөтә Рәсәй кәңәшмәһен уҙғарыу менән дә бәйле.

— Рәсәйҙә газ эшкәртеүҙә, газ-химияһында республиканың ролен һәм әһәмиәтен аңлау менән, бындай кәңәшмәнең тап Өфөлә үтергә тейешлеге тураһында ҡарар ҡабул иттек. Бөгөн Рәсәй Федерацияһының бөтә эре газ эшкәртеү предприятиелары етәкселәре Өфөлә. Бында беҙ Башҡортостанда эшләү мәсьәләләре тураһында ғына түгел, ә шулай уҡ  Рәсәй Федерацияһында, шул иҫәптән Көнсығыш Себерҙә, илдең көнсығышында бөтә газ эшкәртеү сәнәғәте үҫеше мәсьәләләре тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Был ысынлап-та Рәсәй иҡтисадының был секторында Башҡортостандың биләгән ролен таныу һәм урынын аңлау, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алексей Миллер.