10 декабрь, Шәмбе

17 апрель 2014 йыл, 17:43

Башҡортостан Волга буйы федераль округында эш хаҡы кимәле буйынса алтынсы һәм уның үҫеше буйынса һуңғы урында

автор: Эльвира Латипова

Ғинуар-февралдә бөтә ойошмалар буйынса хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ эш хаҡы Башҡортостанда 21 752,8 мең һум тәшкил итте. Ул Волга буйы федераль округында алтынсы күрһәткес, тиелә Башҡортостанстат мәғлүмәттәрендә.

Иң юғары уртаса эш хаҡы менән Татарстан (айына 25 470,9 һум) айырылды. Унан һуң Башҡортостанды уҙып китә Пермь крайы (24 953,4), Һамар (23 387,2) һәм Түбәнге Новгород (23 366) өлкәләре һәм Удмуртия Республикаһы (21 890,3). Округта иң әҙ уртаса айлыҡ эш хаҡы – Мордовияла (17 874,5 һум).

Реаль сағылышта (инфляцияға төҙәтмә менән) төбәк буйынса уртаса эш хаҡы күбеһенсә Удмуртия Республикаһында (2013 йылдың ғинуар-февраленә 9,5 процентҡа) һәм Пермь крайында (8,9-ға) үҫкән. Башҡортостан реаль эш хаҡының артыуы буйынса округ рейтингында 2,4 процент күрһәткесе менән һуңғы позицияла.