3 декабрь, Шәмбе

17 апрель 2014 йыл, 16:43

Өфөлә Марокко мәҙәниәте көндәре уҙҙы

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөлә «Марокко короллегенең һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт көндәре» халыҡ-ара конференцияһы тамамланды, тип хәбәр итә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының матбуғат хеҙмәте.

БР Ауыл хужалығы министрлығында уҙған, форумдың тәүге көнөндә докладтар менән ике яҡ вәкилдәре лә сығыш яһаны. Конференцияла Марокко Короле Ғәли йәнәптәренең Илсеһе Абделькадер Лешехеб, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон, Марокко короллеге һәм Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто генераль директоры Гизел Хамид, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, Марокко бизнес-делегацияһы, белем биреү учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.

Ҡунаҡтар Марокко короллеге һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлектең мөһим перспективаларын билдәләне, үҙҙәренең курорт ҡалалары тураһында презентация фильмдарын күрһәтте һәм Башҡортостан-Марокко бәйләнештәрен үҫтереү теләген белдерҙе.

Халыҡ-ара форумды ижади коллективтарҙың сығыштары дауам итте. Африка вәкилдәре дәртле йырҙар йырланы, милли ҡоралдарҙа уйнап күрһәтте. Мосолман кейемдәренең модаһын, ғәрәп һәм башҡорт кейемдәрен күрһәттеләр.

Кисә короллек делегацияһының Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты студенттары менән аралашыуҙан һуң тамамланды.

Икенсе көндө ҡунаҡтар мосолмандар Үҙәк диниә назаратының тарихи резиденцияһында булды, унда күпселек өлкәләрҙә, атап әйткәндә, сауҙа һәм туризмда хеҙмәттәшлек пландарына фекер алышты. Юғары мөфтөй Өфөләге Рәсәй ислам академияһының төҙөлөш проекты менән таныштырҙы.

Шул уҡ көндө Марокко делегацияһы Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Осрашыу барышында республика башлығы бындай мәҙәни-ара бәйләнештәр халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығыта ала тип билдәләне.

Сара  юғары мөфтөйҙең ҡала ситендәге резиденцияһына барыу менән тамамланды. Ҡунаҡтар, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығы алдынан төшөрөлгән, фильмды ҡараны.