Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә йыл башынан алып инфляция 2,4 процент тәшкил итте

Иҡтисад

Ғинуар-март йомғаҡтары буйынса республикала инфляция 2,4 процент тәшкил итте, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Март айында инфляция – февралгә 1 процент.

Йыл башынан алып иң күберәге аҙыҡ-түлек тауарҙары ҡиммәтләнгән – 4,6 процентҡа. Хеҙмәттәргә хаҡтарҙың үҫеше 2,2 процент тәшкил итте. Аҙыраҡ темптар менән сәнәғәт тауарҙарына хаҡтар артҡан – өс айҙа 0,4 процентҡа.

Аҙыҡ-түлек тауарҙары төркөмөндә йыл башынан алып иң күберәге йәшелсә-емеш (22,2 процентҡа), шәкәр (9,7 процентҡа) һәм алкоголле эсемлектәр (7,5 процентҡа) ҡыйбатланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть