11 декабрь, Йәкшәмбе

17 апрель 2014 йыл, 15:01

Башҡортостан ғинуар-мартта сәнәғәт производствоһын 2,7 процентҡа кәметкән

автор: Эльвира Латипова

Ғинуар-март йомғаҡтары буйынса республикала сәнәғәт производствоһы индексы 97,3 процент тәшкил итә, тиелә Башҡортостанстат мәғлүмәттәрендә. Сәнәғәт производствоһы индексы мартта 2013 йылдың мартына ҡарағанда 95,7 процент кимәлендә урынлашҡан.

Сағыштырыу өсөн: 2013 йылдың ғинуар-мартында сәнәғәт ҙур булмаған үҫеш күрһәткән – сәнәғәт производствоһы индексы 101,2 процент кимәлендә булған.