9 декабрь, Йома

17 апрель 2014 йыл, 14:20

Владимир Путин тура эфирҙа рәсәйлеләрҙең һорауҙарына яуап бирә

автор: Арина Рәхимҡолова

Рәсәй Президенты тура эфирҙа илебеҙ халҡының һорауҙарына яуап бирә. Йыл һайын уҙғарыла торған махсус программа «Первый», «Россия 1», «Россия 24» телеканалдарында, «Маяк», «Вести FM» һәм «Радио России» радиостанцияларында бара.

Дәүләт башлығы рәсәйлеләр менән аралашыу барышында илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, шулай уҡ халыҡ-ара хәлгә ҡағылған һорауҙарға яуап бирәсәк.

Рәсәй Президентына һорауҙы, уҙған йылдарҙағы кеүек, студияға саҡырылған ҡунаҡтар ғына түгел, шулай уҡ тура бәйләнеш ваҡытында, Рәсәй ҡалаларынан шылтыратҡан йәки берҙәм эшкәртеү үҙәгенә SMS-хәбәрҙәр ебәргән, шулай уҡ быйыл беренсе тапҡыр – ҡыҫҡа видеоһорауҙар яҙған, илдең граждандары бирә ала. Борсоған темалар буйынса Рәсәй Президентының фекере менән программаның сайтына инеүселәр ҙә ҡыҙыҡһына аласаҡ. Һорауҙар аҙна дауамында йыйылды.

Берҙәм эшкәртеү үҙәгенә һәм сайтҡа килгән иң ҡыҙыҡ һәм көнүҙәк һорауҙар тура эфир ваҡытында яңғыраясаҡ.

Берҙәм хаттарҙы эшкәртеү үҙәгенең эше әле лә дауам итә һәм программаның аҙағына тиклем барасаҡ. Уға Рәсәйҙең теләһе ҡайһы нөктәһенән  8-800-200-40-40 телефоны буйынса шылтыратырға була. Ҡала һәм кәрәҙле телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Ҡырым һәм Севастополь ҡалаһы халҡы өсөн быйыл махсус бушлай (495) 539-24-42 телефон һандары ҡаралған.

Интернет аша һорауҙы www.moskva-putinu.ru йәки www.москва-путину.рф адрестары буйынса бирергә мөмкин. Быйыл беренсе тапҡыр Президентҡа ҡыҫҡа видеомөрәжәғәт йәки кәрәҙле телефондар өсөн махсус ҡушымта ярҙамында мөрәжәғәт итергә була.

SMS-хәбәрҙәр формаһында һорауҙар тик Рәсәй бәйләнеш операторҙары телефондарынан 0-40-40 һандарына ҡабул ителәсәк. Хәбәр ебәреү бушлай. Һорауҙы тик рус телендә генә ебәрергә мөмкин, күләме – 70 билдәнән күберәк булмаҫҡа тейеш.