6 декабрь, Шишәмбе

17 апрель 2014 йыл, 14:39

Республиканың күп балалы әсәләре лайыҡлы наградаларҙы алды

автор: Дмитрий Слезин | фото: Ғәзиз Йосопов

Республика Хөкүмәтендә сираттағы, иҫәп буйынса 111-се, әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Уға Башҡортостандан 60 әсә йыйылғайны, улар иҫәбендә хужабикәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр, һатыусылар һәм табиптар.

«Әсәлек даны» миҙалдарын әсәләргә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы. Ул залға йыйылғандарҙы республика Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән һәм үҙенең исемдән сәләмләне:

— Тик 2013 йыл йомғаҡтары буйынса республикала 60 меңләп сабый тыуған. Күп балалы әсәләр был копилкаға ҙур өлөш индергән, тип уйлайым. Һис шикһеҙ, демографик проблеманы уңышлы хәл итеү, ғаиләләргә ярҙам итеү, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре республиканың дәүләт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө булып ҡала. Әсәләр өсөн тағы ла күп нәмәләр эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Иң мөһим мәсьәлә – ул, әлбиттә, торлаҡ менән тәьмин итеү, — тип билдәләне вице-премьер.

Өсөнсө йыл тапшырылған, сертификаттар был мәсьәләне хәл итеүҙә иң уңышлы программа булды. Ике миллион 600 мең һум – күп балалы ғаиләләр өсөн яҡшы ярҙам.

— Иң ауыр эш – ул әсәнең эше, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды, ғаилә усағын һаҡларға, балаларҙың тәрбиәһе менән күберәк шөғөлләнергә, уларға һөйөү, хеҙмәткә һәм ололарға ихтирам һалырға саҡырып, Лилиә Ғүмәрова.