4 декабрь, Йәкшәмбе

17 апрель 2014 йыл, 11:39

«Полиэф» полиэтилентерефталат етештереү буйынса ҡеүәтен 50 процентҡа арттырҙы

автор: Эльвира Латипова, Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

«Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Благовещен, Башҡортостан) полиэтилентерефталат (ПЭТФ) етештереү буйынса ҡеүәтен 50 процентҡа – йылына 140 меңдән алып 210 меңгә тиклем арттырған. Инвестициялар күләме 1 миллиард һумдан ашыу. Республиканың өҫтөнлөклө проекттары реестрына индерелгән, предприятиела проектты ғәмәлгә ашырыу менән шаршамбы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов танышты.

Президент әйтеүенсә, производство потенциалының байтаҡ үҫеше менән компанияның төшөмө артасаҡ, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы бюджетына һалым түләүҙәре күбәйәсәк. «Полиэф»ҡа, төбәк ҡаҙнаһына күсерелә торған, бер төркөм һалым буйынса ташламалар бирелгән.

— Беҙҙә уңайлы инвестиция мөхите урынлашҡан. Килемгә, милеккә һалым буйынса етди ташламалар биргән закондар эшләй, был ташламалар миллион һумдар менән иҫәпләнә, — тине Рөстәм Хәмитов. — Был аҡсалар, ресурстар предприятие өсөн модернизациялау программаһында, яңы ҡеүәттәр төҙөлөшөндә артыҡ түгел, тип уйлайым. Был юҫыҡта шулай уҡ башҡа инвесторҙар менән дә эшләйбеҙ. Ташламаларҙы бөгөн күбеһенсә Рәсәй предприятиелары – сәнәғәтебеҙҙең резеденттары алыуына иғтибар итәһе килә. Ҡайһы берәүҙәр ташмалар тик сит ил предприятиелары өсөн генә бар тип иҫәпләй – был ғөмүмән дөрөҫ түгел. Был ташмалар үҙебеҙҙең етештереүселәр, сәнәғәтселәр өсөн тәғәйенләнгән. Шулай итеп был схема буйынса артабан да эшләйәсәкбеҙ һәм предприятиеға ярҙам итәсәкбеҙ. Беҙгә эш урындары кәрәк, беҙҙең өсөн республика сәнәғәтенең хәрәкәтсән үҫеүе мөһим.

ПЭТФ етештереү өсөн сеймал булып «Полиэф»та сығарылған терефталь кислотаһы тора. «Сибур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Конов әйтеүенсә, Благовещен предприятиеһының продукцияһы тик Рәсәй баҙарының ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән. 2013 йылда илдә ПЭТФ файҙаланыуҙың дөйөм күләме 580 мең тонна тәшкил итте, 405 мең тонна етештерелде. Етмәгән күләмдәр импорт иҫәбенә ҡаплана. 2014 йылда 42 мең тонна ПЭТФты сит илдән индереү планлаштырыла (2013 йылда 188 мең тонна индерелгәйне). Благовещен производствоһын киңәйтеү менән ПЭТФ сығарыу буйынса «Сибур»ҙың ҡеүәте өстән бер өлөшкә артты һәм йылына 285 мең тоннаға етте. 1,5 литрлы шешәләргә 210 мең тонна ПЭТФты иҫәпләгәндә дүрт миллиард 200 миллион дана тәшкил итә.

Проект сиктәрендә SSP-2 ҡороу өсөн 76 метр бейеклектә яңы ҡорпус төҙөлгән – унда, һатыуға әҙер, кристаллы полиэтилентерефталат сығаралар. Аппарат Төркиә заводтарының береһендә эшләнгән, унан диңгеҙ транспорты менән Дондағы Ростовҡа, һуңынан 45 метрҙан оҙонораҡ махсус платформала Благовещенға килтерелгән. Дөйөм алғанда, проект өсөн ҡоролмаларҙы 35 илдән килтергәндәр.

«Полиэф»та ҡеүәттәрҙе киңәйтеү тураһында ҡарар 2010 йылда ҡабул ителә. Төҙөлөш-монтажлау эштәре өс йыл дауам итә. Яңы линияны төҙөү менән бер юлы эшләп килгән производствоны реконструкциялау бара.

«Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте терефталь кислотаһын һәм полиэтилентерефталат етештерә – полимер төрөү материалы өсөн сеймал. «Сибур» холдингы төп акционеры булып тора. Башҡортостан акцияларҙың 17,5 процентына эйә.