9 декабрь, Йома

16 апрель 2014 йыл, 18:01

Киләһе аҙнала Ҡырым менән Башҡортостан хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөйәсәк

автор: Эльвира Латипова

Ҡырым һәм Башҡортостан Республикалары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү Башҡортостан делегацияһының Ҡырымға рәсми визиты барышында төҙөләсәк, ул яҡынса 23 апрелгә билдәләнгән. Был хаҡта БР Президенты Рөстәм Хәмитов шаршамбы республика Хөкүмәте ултырышында хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанға Ҡырымдың Белогорск районына комплекслы ярҙам күрһәтеү ҡушылған. Был масштаблы эште ойоштороуға яуаплы итеп беренсе вице-премьер Рәүеф Ноғоманов тәғәйенләнгән.

— 65 мең кеше менән Ҡырым Республикаһының Белогорск районында хәл ябайҙан түгел, — тине Рөстәм Хәмитов. — Торлаҡ фонды, коммуналь, инженер инфраструктуралары бик туҙған. Белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары бик насар торошта. Был Ҡырымдың берҙән-бер газ үтмәгән районы. Районда күпселек йорттарҙа, шул иҫәптән күп фатирлыларҙа, үҙәкләштерелгән йылылыҡ та, эҫе һыу ҙа юҡ. 10 йылдан ашыу үҙәкләштерелгән йылылыҡ системаһына тоташтырылмаған йорттар, күп фатирлы йорттар бар. Кешеләр буржуйкалар менән өйҙәрен йылыта. 20 йылдан ашыу Киев властары социаль өлкәгә бер нимә лә һалмаған. Совет заманынан ҡалған бөтә нәмәләр ҙә бер ниндәй ремонт күрмәгән.

Башҡортостан Президенты иҫәпләүенсә, тәү сиратта Белогорск районының коммуналь хужалыҡ һәм социаль өлкә объекттарын ғәҙәти хәлгә килтерергә кәрәк.

— Беҙ Ҡырымда республика вәкиллеген асасаҡбыҙ, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең министрлыҡ һәм ведомстволарҙа эшсе төркөмдәр ойошторасаҡбыҙ һәм уларҙың Белогорск районына барыуҙарын тәьмин итәсәкбеҙ.

Республика Президенты төбәк-ара эш итеүҙең төп бурысы «Рәсәйҙең берҙәм хоҡуҡи өлкәһе, Рәсәй белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уңышлы эшләү өсөн территориаль планлаштырыу системаһын, административ реформаны әҙерләү, стандарттарҙы индереү, дәүләт һәм муниципаль, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияларын күтәреү һәм ҡайтанан әҙерләү буйынса практик ярҙам күрһәтеү» тип иҫәпләй.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ҡырым Республикаһының Белогорск районы дәүләт хакимиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү проекты әҙерләнә. Был документҡа шулай уҡ киләһе аҙнала барған ваҡытта ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Уртаҡ эштең ике килешеүе һәм юл картаһы «башҡа бөтә килешеүҙәр өсөн юридик нигеҙҙе» тәшкил итәсәк.

— Беҙҙең маҡсат – Белогорск районын ресурстар менән күмеү түгел, ә Рәсәйҙең стандарттарында һәм хоҡуҡи өлкәһендә эшләргә өйрәтеү, — тине Евгений Маврин.