4 декабрь, Йәкшәмбе

16 апрель 2014 йыл, 15:16

Республика Халыҡтар дуҫлығы йортоноң директоры итеп Азат Ибраһимов тәғәйенләнде

автор: Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң директоры итеп Азат Ибраһимов тәғәйенләнде, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығы.

Азат Ибраһимов 1959 йылдың 13 июлендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған.

1996-97 йылдарҙа БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры ярҙамсыһы булып эшләй. 1997-2009 йылдарҙа республика Хөкүмәте Аппаратында матбуғат һәм телевидение мәсьәләләренә яуаплы була.

2009-12 йылдарҙа Азат Ибраһимов Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһын етәкләй. Республиканың төп китапханаһында эшләү осоронда уны реконструкциялау, шулай уҡ китапхана процестарын мәғлүмәтләштереү мәсьәләләре менән әүҙем шөғөлләнә.

2012-14 йылдарҙа БР Дәүләт китап палатаһында (Матбуғат архивы) директор вазифаһын башҡара, республика матбуғатының автоматлаштырылған йылъяҙмаһын һәм электрон каталогын тултырыу маҡсаты менән «ИРБИС» автоматлаштырылған программаны индереүгә тотона.

Белешмә. БР Халыҡтар дуҫлығы йорто дәүләт учреждениеһы Башҡортостан Президентының 1994 йылдың 19 апрелендәге Указына ярашлы ойошторола. Уның маҡсаты – республика территорияһында йәшәүсе халыҡтарҙың, этник төркөмдәрҙең, диаспораларҙың һәм милли әҙселектең рухи байлыҡтарын яңынан тергеҙеү, һаҡлау, үҫтереү һәм рациональ файҙаланыу буйынса милли-мәҙәни ойошмалар (үҙәктәр) эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле шарттар булдырыу. Бөгөнгө көнгә Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағында 41 милли-мәҙәни үҙәк уңышлы эшләп килә.