7 декабрь, Шаршамбы

16 апрель 2014 йыл, 14:41

Башҡортостандың Экология министрлығы Ҡырымдың Белогорск районына методик һәм матди ярҙам күрһәтәсәк

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында Ҡырым Республикаһының Белогорск районына методик һәм матди ярҙам күрһәтеү буйынса эшсе төркөм ойошторолдо. Уға ведомство етәкселеге һәм белгестәр, ведомство ҡарамағындағы ойошмалар директорҙары инде.

Ведомствоның матбуғат секретары Нина Никандрова хәбәр итеүенсә, эшсе төркөм Белогорск районында тирә-яҡ мөхиттең һәм тәбиғәттән файҙаланыуҙың хәле, шул иҫәптән һыу-хужалыҡ комплексы, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларының ойошторолоуы, хайуандар донъяһын һаҡлау һәм ҡулланыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм юҡ итеү буйынса эш, экологик контролде ойоштороу, тураһында мәғлүмәт һораны.

Эшсе төркөм ағзалары фекеренсә, алынған мәғлүмәттәр экология һәм тәбиғәт өлкәһендә төп мәсьәләләрҙе аныҡларға, был тармаҡта райондың төп һәм кисектергеһеҙ талаптарын асыҡларға, уларҙы хәл итеү юлдарын, шулай уҡ районға методик һәм матди ярҙам күрһәтеүҙә республика Экология министрлығының ҡатнашыу формаларын билдәләргә мөмкинлек бирәсәк.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә ике республика араһында үҙә-ара эш итеүҙең төп йүнәлештәре булып һыу хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек тора, шул иҫәптән гидроҡоролмалар һәм һыуһаҡлағыстары, айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары, хайуандар донъяһын һаҡлау һәм ҡулланыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм юҡ итеү.

Урында экологик хәл менән танышыу өсөн 17-18 апрелдә Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев һәм уның урынбаҫарҙары Ҡырым Республикаһының Белогорск районына барасаҡ, тип билдәләнеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.