8 декабрь, Кесе йома

16 апрель 2014 йыл, 14:15

Республика делегацияһы Силәбе өлкәһендә башҡорттар Ҡоролтайында ҡатнашасаҡ

автор: Гөлфиә Акулова

Силәбе өлкәһендә Силәбе башҡорттарының VIII өлкә отчет-һайлау Ҡоролтайы уҙасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Халыҡ ижады үҙәгендә. Башҡорт йәмәғәтселәренең төп форумы Рәсәйҙең күрше субъекттарынан 500-ләгән делегатты йыясаҡ. Силәбе Ҡоролтайы эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыу уңайынан тантаналарҙа Башҡортостан делегацияһы ҡатнашасаҡ, тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте. Концертта республика артистары – «Арғымаҡ» этно-фольклор төркөмө, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров, БР һәм РФ атҡаҙанған артисы Владимир Суханов сығыш яһаясаҡ. Биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһен «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһы, «Биктырыш» Өфө балалар ижады үҙәге һәм бер төркөм башҡорт ательелары тәҡдим итәсәк.

«Башҡортостан Ҡоролтайы» телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы, башҡорт халҡының рухилығын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эре социаль-иҡтисади, мәҙәни-мәғариф программалар әҙерләй. Шулай уҡ форум, башҡорттар йәшәгән, күрше төбәктәр менән республиканың тышҡы бәйләнештәрен ҡороуға тәьҫир итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Силәбе өлкәһе территорияһында 162 меңдән ашыу башҡорт йәшәй, уларҙың күпселеге Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарында.