3 декабрь, Шәмбе

16 апрель 2014 йыл, 12:31

Рөстәм Хәмитов Марокко короллегенең рәсми делегацияһы менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

15 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһында Марокко Короле Ғәли йәнәптәренең Илсеһе Абделькадер Лешехеб етәкселегендәге Марокко короллегенең рәсми делегацияһы менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов, Марокко Илсеһендә «визит өсөн бик яҡшы сәбәп – Марокко короллеге һәм Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм дуҫлыҡ йортон асыу», тип билдәләне.

— Был бик ваҡытлы, мөһим аҙым. Бындай мәҙәни-ара бәйләнештәр беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе тығыҙыраҡ итә һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығыта ала, — тине республика башлығы. Ул, төбәктең илдә лидерҙар араһында тороуон һыҙыҡ өҫтөнә алып, хөрмәтле ҡунаҡты республиканың төп иҡтисади күрһәткестәре менән таныштырҙы, инвесторҙарҙы йәлеп итеү буйынса ҙур программаны тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.

— Былтыр капиталға инвестициялар күләме 260-270 миллиард һумлап тәшкил итте. Был яҡшы күрһәткес. Беҙҙе, былтыр Башҡортостан менән Марокко араһында тауар әйләнеше 2012 йыл менән сағыштырмаса ете тапҡырға артыуы ҡыуандыра. Ул 130 миллион долларға тиерлек етте. Был тауар әйләнешен үҫтереүҙә ҙур өҫтөнлөктәребеҙ бар. Беҙ Марокко бизнесы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөргә әҙер. Уны нисек эшләү тураһында уйларға кәрәк. Бындай эште Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ла, эре предприятителарыбыҙ ҙа башҡарырға әҙер, — тине Рөстәм Хәмитов.

«Марокконың предприятиелары беҙҙең өсөн етерлек кимәлдә ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле продукциялар сығара. Беҙҙе шулай уҡ гуманитар өлкәлә лә хеҙмәттәшлек ҡыҙыҡһындыра. Бөгөн республикала Марокко студенттарын күрәбеҙ. Улар әлегә аҙ, әммә беҙ күбәрәк уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер», тип билдәләне Президент.

Абделькадер Лешехеб, үҙ сиратында, Өфөгә икенсе тапҡыр килеүен билдәләне.

— Республикаға икенсе тапҡыр килгәс, йорттар төҙөү өлкәһендә һиҙелерлек алға китештәргә шаһит булдым. Күп кенә яңы төҙөлгән йорттар, төҙөлөштәр күрҙем. Ғөмүмән, республикағыҙ тормошоноң бөтә тармаҡтарында ла ҙур әүҙемлек һиҙелә. Бында ике йыл элек булғанда, ике яҡлы мөнәсәбәттәребеҙҙең үҫешенә яңы динамика биреү кәрәклеген тойғайным. Ул саҡта беҙ студенттарҙы әҙерләү өлкәһендә эшләй башланыҡ. Шул ваҡыттан алып Мароккоға республикағыҙҙан 70-ләгән студентты ҡабул иттек. Бында беҙ ысынлап-та дин-ара мөнәсәбәттәр өлөшөндә алға китә алдыҡ. Мәҙәниәт һәм дуҫлыҡ йортон асыу беҙҙең ике яҡлы мөнәсәбәттәр үҫешенә яңы импульс биреүенә ышанам. Ул Марокко һәм Башҡортостан Республикаһы араһында тағы ла бер «элемтә күпере» ролен уйнаясаҡ, — тине Марокко Илсеһе.

Рөстәм Хәмитовтың Марокко короллегенең рәсми делегацияһы менән осрашыуының тулы стенограммаһы БР Президентының сайтында урынлашҡан.