5 декабрь, Дүшәмбе

16 апрель 2014 йыл, 10:32

РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең эшсе төркөмө Өфөнөң инвестиция климатын өйрәнә

автор: Арина Рәхимҡолова

РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиленең эшсе төркөмө Өфөнөң инвестиция климатын өйрәнә. Тулы хоҡуҡлы вәкил Михаил Бабичтың ҡушыуы буйынса ойошторолған, төркөмдө уның ярҙамсыһы Сергей Валенков етәкләне.

Белгестәр, инвестиция климатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, Өфө хакимиәтенең Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтен һәм Рәсәй Президенты ҡарарҙарын үтәүгә анализ уҙғарасаҡ. Бындай эш Волга буйының башҡа ҡалаларында ла үткәреләсәк, ә Башҡортостандың баш ҡалаһы эшсе төркөмдөң башланғыс урыны булып тора.

15 апрелдә Өфө хакимиәтендә кәңәшмә уҙҙы, унда эшсе төркөм ағзалары, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты, Өфө прокуратураһы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө буйынса идаралығы, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы, Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы, Юстиция министрлығының БР буйынса идаралығы, БР Хөкүмәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сергей Валенков инеш һүҙендә федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү тәртибен билдәләне.

Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов уңайлы инвестиция климаты булдырыу буйынса, шул иҫәптән төҙөлөш өлкәһендә лә, ҡаланың власть органдары эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

Фекер алышыу ваҡытында эшсе төркөмдөң артабанғы эшмәкәрлек регламенты билдәләнде.