Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Ҡырымдың Белогорск районына ярҙам итеү буйынса эшсе төркөмдәр ойошторола

Йәмғиәт

Башҡортостандың министрлыҡ һәм ведомстволарында Ҡырымға, атап әйткәндә, Белогорск районына ярҙам итеү буйынса эшсе төркөмдәр ойошторола. Ведомство-ара эшмәкәрлекте координациялау эшен республика Президенты беренсе вице-премьерға Рәүеф Ноғомановҡа йөкмәтте.

БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, атап әйткәндә, республиканың Ауыл хужалығы министрлығында Ҡырымдың агросәнәғәт комплексына методик һәм матди ярҙам күрһәтеү буйынса эшсе төркөм ойошторолдо.

Ошо көндәрҙә Белогорск районында ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәил Афзалов булды. Был төбәктә ауыл хужалығының төп йүнәлештәре булып элек-электән малсылыҡ һәм баҡсасылыҡ тора. Районда хәл өйрәнелде, яҡынса үҫеш йүнәлештәре һәм ярҙам күрһәтеү мөмкинлектере ҡаралды.

Төркөм ағзаларының фекеренсә, әлеге ваҡытта ауыл хужалығы өлкәһендә умартасылыҡ, тоҡомло малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ тармаҡтарында, үҫемлекселек һәм малсылыҡ өсөн микробиологик препараттар алып барыу, квалификацияны үҫтереү курстарын ойоштороу, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләүҙә хеҙмәттәшлек ике республика араһында үҙ-ара эш итеүҙең иң перспективалы йүнәлештәре булып тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть