5 декабрь, Дүшәмбе

15 апрель 2014 йыл, 17:00

Баш ҡалала «Социаль форум-2014» республика ғилми проекттар конкурсы еңеүсәләрен бүләкләйәсәктәр

автор: Эльмира Сабирова

«Йәштәр социаль киңлектә» темаһына «Социаль форум-2014» VI республика ғилми проекттар конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын наградлау тантанаһы 17 апрелдә «Аҡбуҙат» ипподромының конференциялар залында уҙасаҡ.

Финалға сығыусылар БР Мәғариф министрлығының грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнәсәк, шулай уҡ Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфө филиалында әҙерлек курстарында бушлай уҡыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Эксперттарға үҙ эштәрен республиканың 11 ҡалаһынан һәм 12 районынан 50-нән ашыу төп дөйөм белем биреү мәктәптәре, лицейҙар, гимназиялар, төҙәтеү учреждениелары уҡыусылары, интернат һәм өҫтәмә белем биреү тәрбиәләнеүселәре ебәрҙе.

Конкурстың маҡсаты: йәштәр араһында социаль өлкәлә тикшеренеүҙәрҙең абруйын арттырыу, уҡыусыларҙың ғилми һәм ижади эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныуын уятыу, һәләтле балаларға ярҙам итеү, һөнәри ориентацияла булышлыҡ итеү, республикала уңайлы социаль климат булдырыу.

Конкурс БР Мәғариф министрлығы ярҙамында ойошторолған.

Тантана 12 сәғәттә башлана.