Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә башҡорт кухняһы ресторандары асыла

Иҡтисад

Башҡортостанда милли колорит менән ресторандар һәм кафелар ойоштороу буйынса эштәр башланды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән.

Һүҙ тәү сиратта республиканың баш ҡалаһы тураһында бара. Өфөлә 2015 йылда уҙасаҡ, ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан бында ғәҙәти башҡорт ашамлыҡтары биреләсәк туҡланыу урындарын ойоштороу менән әүҙем шөғөлләнә башланылар.

Бының менән бер үк ваҡытта, алдағы ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнеү сиктәрендә Өфөлә хәҙер юғары кухня ресторандарын ойоштороу өҫтөндә эш алып барыла. Дөйөм алғанда Башҡортостандың баш ҡалаһында бындай 10 ресторан асырға планлаштыралар. Улар, әлеге ваҡытта Өфөлә төҙөлә башланған, ҡунаҡханалар ҡарамағында урынлашасаҡ.

— Хәҙер Өфөлә Крупской урамында милли башҡорт кухняһы кафеһы эшләй башланы. Яҡын ваҡыт арауығында быға оҡшаш өс ойошма үҙ ишектәрен асасаҡ. Беҙ бөтә баш ҡала ресторандарын үҙҙәренең менюларында милли аш-һыу биттәрен булдырыуҙарын һорайбыҙ. Бөгөндән алып эскперт төркөмө, беҙҙең кәңәштәрҙең нисек үтәлеүен тикшереү өсөн, ойошмаларҙың мониторингын башланы, — тип хәбәр итте БР Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Гүзәл Асылова.

Башҡорт кухняһын тәҡдим иткән, предприятиелар асыуҙан тыш, әлеге ваҡытта хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү буйынса эш дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть