4 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2014 йыл, 15:43

БР һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙың проблемаларын хәл итте

автор: Гөлфиә Акулова

Диспансеризациялау, стационар дауалау, ташламалы дарыуҙар алыу һәм медицина персоналының тупаҫ мөнәсәбәтенә зарланыу мәсьәләләре Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаевтың ҡабул итеүендә иң мөһимдәре булды. Шишәмбе, 15 апрелдә, министр БР-ҙа Дмитрий Медведевтың Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.

Министр мөрәжәғәт иткән һәр граждандың мәсьәләләре менән танышты.

— Ҡағиҙә булараҡ, төп мәсьәләләр һәм зарланыуға теләк тыуа шундай осраҡта, әгәр ҡайһы бер учреждение етәкселәре пациенттар менән изгелекле аралашыуҙы кәрәк тип тапмағанда. Бәхәс осраҡтары шулай уҡ норматив акттарҙы аңламауҙа килеп тыуа, — тип һөйләне ҡабул итеүҙең йомғаҡтары буйынса Георгий Шебаев. — Пациенттарға уларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары тураһында аңлатырға кәрәк. Әгәр етәкселәр «мин начальник — һин дурак» принцибы буйынса эшләй башлаһа, кешеләр, аныҡ учреждение кимәлендә хәл табырға ышанмай, министрлыҡҡа мөрәжәғәт итә. Үҙ бурыстарын сифатлы башҡармаған, етәкселәр менән шәхси рәүештә эшләргә тура килә. Был ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса шулай уҡ билдәле бер саралар ҡабул ителәсәк.

Диспансеризациялау, ташламалы дарыуҙар һәм медицина күрһәткестәре буйынса тәғәйенләнгән реабилитацияны алыу буйынса эш мәсьәләләрен БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шулай уҡ ведомство кимәлендә хәл итә. Һәр дүшәмбе бында граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола. Бынан тыш, етәкселек ай һайын райондарға сыға. Яҡын ваҡытта осрашыу 22 апрелдә Стәрлетамаҡ районында уҙасаҡ.