7 декабрь, Шаршамбы

15 апрель 2014 йыл, 15:18

2010 йылдан алып Өфө йәлеп ителгән шәхси инвестициялар күләмен 72 процентҡа арттырҙы

автор: Эльвира Латипова | фото: Лариса Ветлугина коллажы

2010 йылдан алып Өфөнөң йәлеп ителгән шәхси инвестициялар күләме 72 процентҡа артты һәм 102,5 миллиард һумға етте, ул ҡалаға көсөргәнешле үҫешергә мөмкинлек бирә. Республиканың баш ҡалаһында инвестиция процесы тураһында һүҙ мэрияның оператив кәңәшмәһендә барҙы. Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов әйтеүенсә, һуңғы ике йыл эсендә өлгәшелгән инвестиция йәлеп итеүсәнлек кимәле ҡала иҡтисадына етди йоғонтоно күрһәтте.

— Беҙ Рәсәй Федерацияһында шәхси инвестициялар йәлеп итеп буйынса лидерҙарҙың береһе, — тине Ирек Ялалов. — Өфө ҡалаһының инвестициялар структураһы бөгөн идеал схеманы тәшкил итә, тип әйтергә була. 90 проценты – шәхси инвесторҙар средстволары һәм тик 10 проценты ғына – дәүләт һәм муниципаль. Бындай структура бер ниндәй ҙә миллионлы ҡалала юҡ.

Ҡала башлығы инвестиция процесына ҡағылған бөтә документтарҙы ла «тиҙләтелгән режимда» үткәреүҙе тәьмин итергә ҡушты, шул иҫәптән капитал төҙөлөш объекттарын, юл инфраструктураһын, парковкалар ҡороу.

Ҡала хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, 2013 йылда Өфө, 102,5 миллиард һум (2012 йыл кимәленән 9,3 процентҡа күберәк) шәхси инвестициялар суммаһына өлгәшеп, инвестиция рекордын биләне. 2010 йылда инвестициялар күләме күпкә әҙерәк ине – 59,6 миллиард һум.