Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың Арбитраж суды өсөн 1,67 миллиард һумлыҡ яңы бина төҙөләсәк

Иҡтисад

Башҡортостан Арбитраж судының яңы бинаһы федераль бюджетҡа 1,67 миллиард һумға барып баҫасаҡ. Бинаның ориентир смета хаҡы дәүләт һатып алыуҙары сайтында конкурс документтарында билдәләнгән.

Проект һәм тикшереү эштәрен үтәүгә конкурста ҡатнашыуға заявкалар 24 апрелгә тиклем ҡабул ителә, контракттың башланғыс (максималь) хаҡы 26,4 млн һум тәшкил итә. Эштәрҙе башҡарыусы 28 апрелдә билдәле буласаҡ.

Судтың, 70 судъя һәм 340 хеҙмәткәргә иҫәпләнгән, яңы бинаһы Өфөнөң Киров районында Әхмәтзәки Вәлиди – Аксаков – Пушкин – Гоголь урамдары кварталында урынлашасаҡ һәм һигеҙ ҡатлы буласаҡ. Дөйөм майҙаны — 11,2 мең квадрат метр. Норматив буйынса бер судъяға 160 квадрат метр майҙан ҡарала.

Өфө хакимиәтенең 2013 йылдың 4 мартындағы 907-се ҡарарына ярашлы, 13,6 мең квадрат метр майҙанлы территория  Башҡортостандың Арбитраж судына даими ҡулланыуға тапшырылған.

Әлеге ваҡытта, яңы бина төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән, участкала һүтелергә тейеш ҡаралтылар бар. Һүтеү ҡала хакимиәте иҫәбенә ғәмәлгә ашырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть