6 декабрь, Шишәмбе

15 апрель 2014 йыл, 11:36

Өфөлә инновацияларҙы үҫтереүгә 400-шәр мең һумлыҡ 15 грант уйнатыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһында «УМНИК» ғилми-инновацион конкурстың финалы уҙасаҡ, унда 400-шәр мең һумлыҡ 15 грант уйнатыласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Фәнде үҫтереү һәм ярҙам итеү фондының матбуғат хеҙмәте. Был аҡсаларҙы йәш тикшеренеүсе яңы инновацион продукттар булдырыуға тотона аласаҡ.

Конкурста ҡатнашыусылар үҙ проекттарын, ғалимдар, уңышлы эшҡыуарҙар һәм инвесторҙарҙан торған, эксперт жюри хөкөмөнә тәҡдим итәсәк. Проекттарҙы яҡлау ике көн барасаҡ, ә тантаналы наградлау 16 апрелдә үтәсәк.

Финал Йәштәр ғилми-техник ижады көндәре сиктәрендә уҙасаҡ.