4 декабрь, Йәкшәмбе

15 апрель 2014 йыл, 10:25

Башҡортостанда Ҡырым ауыл хужалығы производствоһына булышлыҡ итеү буйынса эшсе төркөм ойошторолдо

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында Ҡырым Республикаһының ауыл хужалығы производствоһына методик һәм матди ярҙам күрһәтеү буйынса эшсе төркөм ойошторолдо. Уға аграр ведомство етәксеге һәм белгестәре, шулай уҡ Башҡортостандың эре ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре инде, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Ҡырымдың Белогорск районынан шефлыҡ алды. Был аграр районда малсылыҡ һәм баҡсасылыҡ ғәҙәти төп йүнәлештәр булып тора. Башҡортостан делегацияһының Ҡырымға барған сағында был райондың торошо өйрәнелде, үҫештең яҡынса йүнәлештәре һәм булышлыҡ күрһәтеү мөмкинлектере ҡаралды.

Эшсе төркөм ағзаларының фекеренсә, ике республика араһында үҙ-ара эш итеүҙең әлеге ваҡытта умартасылыҡ, тоҡомло малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ тармаҡтарында хеҙмәттәшлек ауыл хужалығы өлкәһендә иң перспективалы йүнәлештәр булып тора. Шулай уҡ Ҡырымға үҫемлекселек һәм малсылыҡ өсөн микробиологик препараттар алып барыу, квалификацияны үҫтереү курстарын ойоштороу, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү мөһим.

Белогорск районы күбеһенсә аграр – 116 мең гектар ауыл хужалығы биләмәләре, шул иҫәптән 53 мең гектары һөрөнтө ер.

Профилле йүнәлеш – малсылыҡ һәм баҡсасылыҡ. Яҡшы ваҡыттарҙа 150 мең башҡа тиклем һарыҡ йыл әйләнәһенә көтөүҙә йөрөгән. Был Ҡырымдың берҙән-бер ҡымыҙ етештереүсе районы. Белогорск районы территорияһында өс һыуһаҡлағысы бар, уларҙа Ҡырымдың сөсө һыуҙары запасының өстән бер өлөшө һаҡлана. Әммә быға ҡарамаҫтан, районда хәҙер дымландырыу менән бәйле ҙур мәсьәләләр һаҡлана.