10 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2014 йыл, 17:54

Йәрмәкәй районында бәләкәй бизнес әүҙем үҫешә

автор: Әлим Фәйезов

Йәрмәкәй районының әүҙем үҫешкән йүнәлештәренең береһе булып бәләкәй һәр урта эшҡыуарлыҡ тора. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешендә ярҙам бында консультация һәм мәғлүмәт биреүҙә генә түгел, ә финанс тәьмин итеүҙә лә сағыла. Бына шулай, тик 2013 йылда ғына был өлкәгә ярҙам итеүгә һәм уны үҫтереүгә район бюджетынан 4 миллион һумдан ашыу йүнәлтелгән.

Бөгөн бәләкәй бизнес системаһында ике меңдән ашыу кеше мәшғүл. Техник тәьминәте һәм еңел машиналарҙы ремонтлау, ағас киҫеү, автотранспорт хеҙмәттәрен күрһәтеү, эсә торған һыуҙы ағыҙыу, «Ҡымыҙ» әсетеп әҙерләнгән эсемлекте һәм «Ҡаҙылыҡ» ат итенән тултырма етештереү кеүек эшҡыуарлыҡ төрҙәре үҫешә.

10 000 муниципаль район халҡына 242 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты тура килә, уларҙа өҫтәмә 40 эш урыны булдырылған. Яңы эш урындары ошо көндәрҙә сафҡа индерелгән өс ҡатлы сауҙа комплексына күрә барлыҡҡа киләсәк. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сауҙа үҙәгенең асылыуы хеҙмәт баҙарының хәлен етди яҡшыртасаҡ, сөнки өҫтәмә 15 эш урыны булдырыласаҡ. Бөгөн районда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәрҙең иҫәбе – 87 кеше. Эшһеҙлек кимәле – 1,03 процент, ул уртаса республика кимәленән бик күпкә түбәнерәк. Район үҙәгендә сауҙа комплексын сафҡа индереү менән сауҙа объекттары майҙандарының тәьминәте 1000 кешегә 320 квадрат метрға тиклем артасаҡ.