8 декабрь, Кесе йома

14 апрель 2014 йыл, 17:02

Республикала беренсе яҙғы шәмбе өмәһендә 166 мең кеше ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда ауыл биләмәләре территорияларын таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса экологик кампаниялар башланды. Республикала беренсе яҙғы шәмбе өмәһе 12 апрелдә уҙҙы.

— Территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса сараларҙа 166 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Шәмбе өмәһе ҡатнашыусылары  өс мең тоннанан ашыу сүп-сар йыйып полигондарға сығарҙы, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова. — Тәүге экологик өмәләр йомғаҡтары буйынса республикала ауыл биләмәләрен таҙартыу һәм төҙөкләндереү күләме алты процент тәшкил итте.

Хәҙер шулай уҡ территорияларҙы йәшелләндереү алып барыла. Бөгөнгө көнгә төбәктә 250 ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылған. Йәшелләндереү буйынса лидер булып Шишмә районы тора, уның территорияһында 200 үҫенте ултыртылды.

2014 йылғы экологик кампанияһы 17 майға тиклем дауам итәсәк.