10 декабрь, Шәмбе

14 апрель 2014 йыл, 16:21

Екатеринбургта башҡорт мәҙәниәтенең фестивале уҙҙы

автор: Арина Рәхимҡолова

Екатербургта XII Урал башҡорт мәҙәниәтенең төбәк фестивале һәм «Башҡорттар — Уралдың төп халҡы» ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙҙы. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итте.

Фестивалдең концерт программаһында Екатеринбург ҡалаһы, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре ижади коллективтары ҡатнашты. Башҡорт дәүләт филармонияһының «Риүәйәт» фольклор коллективы һәм БР халыҡ артисы Роберт Юлдашев етәкселегендәге «Курайсы» музыкаль коллективы сығыштары байрамдың төп биҙәге булды.

Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Урал төбәктәрендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллин, Свердловск өлкәһе Хөкүмәте Рәйесе Яков Силин, Венгрия консулы Пал Фабиан һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ғилми-ғәмәли конференцияла Өфөнән, Пермдән һәм Свердловск өлкәһенән делегациялар булды. Ғалимдар үҙенсәлекле башҡорт этносын һаҡлау буйынса көнүҙәк мәсәьәләләрҙе хәл итеү кәрәклеге тураһында һөйләне. Конференцияла ҡатнашыусылар тәжрибә менән уртаҡлашты, телде, йолаларҙы, мәҙәниәтте һәм милли үҙаңды һаҡлау мәсьәләләре буйынса үҙ тәҡдимдәрен әйтте.