11 декабрь, Йәкшәмбе

14 апрель 2014 йыл, 16:01

Башҡортостанда 2014 йылдың беренсе кварталы эсендә диспансеризациялауҙы 170 мең кеше үткән

автор: Эльмира Сабирова | фото: Лариса Ветлугина коллажы

2014 йылдың беренсе кварталы эсендә Башҡортостан поликлиникаларында диспансер тикшереүен 170 меңләп кеше үткән.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тикшереүҙәр йомғаҡтары буйынса сәләмәт тип 49166 кеше танылған, төрлө ауырыуҙар хәүефе факторҙары 60590-да асыҡланған, ҡайтмалы ауырыуҙар 59343-тә.

Ауырыуҙар араһында беренсе урынды ҡан тамырҙары системаһы биләй – 10 629 осраҡ (31 процент), икенсене – эндокрин системаһы ауырыуҙары – 7847 осраҡ (23 процент), өсөнсөнө – һейҙек-енес системаһы ауырыуҙары – 3059 осраҡ (9 процент).

Социаль мөһим ауырыуҙар араһында асыҡланған: яман шеш – 36, шәкәр диабеты – 386, йөрәктең ишемик ауырыуы – 1936 осраҡ.

Өлкән кешеләрҙе диспансеризациялау Рәсәйҙә 2013 йылдан алып уҙғарыла. Башҡортостандың 21 йәштән алып, йәше өскә бүленгән, бөтә халҡы ла поликлиникаларҙа диспансеризацилауҙы үтә ала.

Диспансеризация, инвалидлыҡ һәм ваҡытынан алда үлем осраҡтарына килтереүсе төп сәбәптәр булып торған, ҡайтмалы ауырыуҙарҙы, шулай уҡ уларҙың үҫешенә тәьҫир итеүсе хәүеф факторҙарын асыҡлауға йүнәлтелгән саралар комплексынан тора.