Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Аграрийҙар 45 процент минераль ашлама алған

Иҡтисад

Әлеге ваҡытта Башҡортостан аграрийҙары 21,1 мең тоннанан ашыу минераль ашлама, йәғни планлаштырылған күләмдең 45 процентын, һатып алған.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, планлаштырылған ашламалар күләмен тулыһынса Ауырғазы (1,4 мең тонна, йәғни 108 процент), Дүртөйлө (966 тонна, йәғни 104 процент), Стәрлетамаҡ (2,5 мең тонна самаһы, йәғни 145 процент) һәм Саҡмағош ( 3,2 меңдән ашыу, йәғни 259 процент) райондары хужалыҡтары ҡайтарған.

Республикала тәьҫирле матдәлә бер гектар сәсеүгә иҫәпләгәндә 6,6-шар килограмм ашлама тупланған. Саҡмағоштарға өҫтәмә ашлама буйынса тиңдәр юҡ – бында бер гектарға 38,9-шар килограмм алғандар. Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы предприятиеларында һәр гектарына 21,2-шәр кг, ауырғазыла – 15,9-шар кг, дүртөйлөлә – 14,5-шәр килограмм минераль ашлама тупланған, тип билдәләнеләр аграр ведомствола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть