6 декабрь, Шишәмбе

14 апрель 2014 йыл, 14:30

Башҡортостандың алты районы хужалыҡтары элиталы орлоҡ алыу буйынса планды үтәне

автор: Галина Бахшиева

Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтары, 2,1 мең тонналап элиталы орлоҡ һатып алып, уларҙы туплау буйынса планды үтәне. Улар, планлаштырылған күләмде тулыһынса үтәүсе, Ауырғазы, Балтас, Дүртөйлө, Илеш һәм Саҡмағош райондарынан һуң иҫәп буйынса алтынсы булды.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта республикала 3,3 мең тонна самаһы элиталы орлоҡ тупланған, ул пландан 60 процент тәшкил итә.

Уҙған аҙна эсендә аграрийҙар 1,6 мең тонна самаһы элиталы орлоҡ алған, ул пландан өс процент тәшкил итә. Үткән аҙна эсендә Әбйәлил, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы райондары ауыл хужалығы предприятиелары үҙ күрһәткестәрен 8-31 процентҡа яҡшырта алған.