Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауым – 11,3 кг

Иҡтисад

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда һәр һыйырҙан көн һайын уртаса 11,3-шәр килограмм һөт һауып алалар. Шул уҡ ваҡытта 15 килограмдан ашыу һөттө хәҙер Ауырғазы, Тәтешле һәм Саҡмағош райондарында алалар. Стәрлетамаҡ районында был күрһәткес 17,2 килограмға етә.

Йыл башынан алып республика хужалыҡтары бөтәһе 161 мең тоннанан ашыу һөт етештергән, ул былтырғыға ҡарағанда 960 тоннаға күберәк. Был күләмдән 24,4 мең тоннанан ашыуы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына тура килә, тип билдәләнеләр төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть