11 декабрь, Йәкшәмбе

14 апрель 2014 йыл, 12:01

Баш ҡалала тыуым ғинуар-февралдә 5,1 процентҡа артҡан

автор: Эльвира Латипова

Өфөлә ғинуар-февралдә 2791 сабый тыуған – ул уҙған йылдың ошо уҡ ваҡыттағы күрһәткестәре менән сағыштырмаса 5,1 процентҡа күберәк. Бөр төркөм демография күрһәткестәре ҡала хакимиәте сайтының материалдарында килтерелә.

Мэрияның мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә бер ҡатынға тыуым коэффициенты 1,6 – 1,7 тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта ябай ҡайтанан етештереү өсөн күрһәткес 2,15 – 2,2-нән кәм булырға тейеш түгел. Дөйөм алғанда ул баш ҡалаға ҡарағанда республика буйынса юғарыраҡ, 1,8 – 1,9 тәшкил итә.

Беренсе бала тапҡан әсәнең уртаса йәше Өфөлә әкренләп арта һәм бөгөн 26 йәш самаһы тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: 1990-сы йылдарҙа ул 23,5 йылдарға тиң ине. Демографик процестарҙа күберәк ролде 25-34 йәштәрҙәге йәш категориялары уйнай.

Малайҙар, тәбиғи законлыҡ буйынса, ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуа. Шулай итеп, былтыр Өфөлә 100 ҡыҙға 109,3 малай тыуған. 15-17 –се йылдарға заттар нисбәте тигеҙләнәсәк. Артабан ҡатындар ирҙәргә ҡарағанда күберәк буласаҡ.