Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһы 5 сантиметрға күтәрелгән

Йәмғиәт

Өфөнөң «Ҡотҡарыу хеҙмәте 112» мәғлүмәттәренә ярашлы, 13 апрелдең иртәһендә баш ҡала эргәһендә Ағиҙел йылғаһының кимәле 5 сантиметрға артҡан һәм 54 см тәшкил итте. Бер йыл элек Ағиҙелдең кимәле 399 см билдәһендә теркәлгән. Йылғала былтырғы яҙғы ташҡындың юғары күрһәткесе 516 см тәшкил иткәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡаланың түбәнге участкаларын һыу уның 720 см бейеклегендә баҫа башлай. Көтөлгән кимәл – 670-770 см.

Сипайлово биҫтәһе эргәһендә Ҡариҙел йылғаһының кимәле 135 тәшкил итте. 2013 йылдың 13 апрелендә 297 сантиметр ине.

«Алтын балыҡ» туҡталышы эргәһендә Дим йылғаһының кимәле 45 см тәшкил итә. Бер йыл элек 483 сантиметр кимәлендә теркәлгән.

Оҙайлы һыуыҡтар менән бәйле Башҡортостан йылғалары буйлап боҙҙоң китеүе тотҡарлана. Тәүге прогноздар буйынса боҙ ғәҙәтинән бер нисә көнгә алдараҡ китергә тейеш ине, уға «аҙаҡҡа күсерелгән» йылы ҡамасауланы. Һөҙөмтәлә Өфө эргәһендә Ағиҙел әле һаман ҡуҙғалмаған. Һуңғы йылдарҙа ҡала эргәһендә боҙ 11-13 апрелдәрҙә китә ине.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть