Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Республика бюджетының табышы 2013 йылдың ғинуар-мартына ҡарата 2,6 процентҡа артҡан

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы бюджетының табышы ғинуар-мартта 27,1 миллиард һум тәшкил итте, ул 2013 йылдың беренсе кварталы һөҙөмтәһенән 2,6 процентҡа күберәк. Бындай яҡынса мәғлүмәттәрҙе БР Финанс министрлығы килтерә.

Һалым һәм һалым булмаған табыштар былтырғы ошо уҡ осорҙоң 19,6 миллиард һумына ҡаршы 21,2 миллиард һум күләмендә йыйылған. Республика ҡаҙнаһын төп тулыландырыу сығанаҡтары – ойошмалар килеменә, физик шәхестәр табышына һалым, акциздар, милек һалымдары һәм дәүләт милеген файҙаланыуҙан табыш.

Республика бюджеты сығымдары 2013 йылдың беренсе кварталына ҡарата 1,5 миллиард һум үҫеш менән 25,5 миллиард һум тәшкил итте. Сығымдарҙың 80 процент самаһы социаль йүнәлешкә эйә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть