Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Наил Ғәйетбаев Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе итеп һайланды

Йәмғиәт

Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе итеп күпселек тауыш менән Наил Ғәйетбаев һайланды. Бындай ҡарар Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының дөйөм йыйылышында ҡабул ителде. Ижади ойошма башлығы вазифаһына Наил Ғәйетбаев, Рәлиф Кинйәбаев һәм Игорь Фролов дәғүә итте. Уларҙың исемдәре йәшерен тауыш биреү өсөн бюллетендәргә индерелде. Бөтәһе 155 бюллетень таратылды. Һөҙөмтәлә йыйылышта ҡатнашыусылар Наил Ғәйетбаев өсөн 109 тауыш, Рәлиф Кинйәбаев өсөн – 35 , Игорь Фролов өсөн туғыҙ тауыш бирҙе. Ике бюллетень боҙолдо.

Наил Ғәйетбаевҡа 65 йәш, ул драматург булараҡ билдәле, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исемдәренә эйә. Күп йылдар дауамында «Тамаша» журналын етәкләне, республиканың мәҙәниәт министры урыынбаҫары вазифаһын биләне.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть