4 декабрь, Йәкшәмбе

11 апрель 2014 йыл, 15:00

Башҡортостанда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләүгә әҙерлек планы раҫланды

автор: Сергей Захаров | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Башҡортостан Президентының «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүҙе әҙерләү тураһында»ғы Указын үтәү өсөн республика башлығы үҙенең бойороғо менән алдағы юбилей саралары планын раҫланы.

Инвалидтарҙың, һуғышта ҡатнашыусыларҙың, шулай уҡ уларға тиңләнгән кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн, атап әйткәндә, Өфөлә урынлашҡан, Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең реабилитациялау бүлексәһенә капиталь ремонт эшләргә һәм уны медицина ҡорамалдары менән йыһазландырырға; торлаҡтарҙы артабан ремонтлау һәм төҙөкләндереү маҡсаты менән уларҙы тикшерергә; ветерандарға медицина, социаль һәм көнкүреш хеҙмәтләндәреү ярҙамын күрһәтергә кәрәк.

Бынан тыш, һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәйкәлдәренә, обелисктарға һәм мемориаль таҡтаташтарға сәскәләр һалыу менән тантаналы митингтар үткәреү; сувенир продукцияһын ойоштороу һәм сығарыу; тыл хеҙмәткәрҙәренә һәйкәлгә проекттар конкурсын үткәреү һәм уны Өфөлә ҡуйыу; Дан бульвары аллеяһын төҙөкләндереү һәм ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевтың бюсын Башҡортостандың баш ҡалаһы территорияһында яңы урынға күсереү; «Мемориал-Башҡортостан» дөйөмләштерелгән мәғлүмәттәр банкын ойоштороу өсөн ҡорамалдар һатып алыу һәм башҡа иҫтәлекле-мемориал һәм мәҙәни-күмәк саралар ҡаралған.