Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала тик бер генә Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө ҡаласаҡ

Йәмғиәт

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләүҙе Башҡортостанда 25 мартҡа беркетәсәктәр. Был һорау республика Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты ултырышында тикшерелде.

Сөнки, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре байрамының датаһы республикала 2000 йылда уҡ билдәләнгән. Ул саҡта тантананы йыл һайын июндең өсөнсө шәмбеһендә үткәрергә ҡарар иттеләр. Әммә 2007 йылда федераль кимәлдә был датаны 25 мартта билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шулай итеп, Башҡортостанда мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ике һөнәри байрам алды – республика һәм бөтә Рәсәй.

Комитет ултырышында Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латыпова билдәләүенсә, ҡабат тантаналар ойоштороу бюджет средстволарынан өҫтәмә сығымдар талап итә. Шуның менән бәйле муниципалитет вәкилдәре БР Мәҙәниәт министрлығына республикала берҙәм Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн раҫлау тураһындағы тәҡдимдәре менән күп тапҡыр мөрәжәғәт итте.

— Тикшереүгә тәҡдим ителгән закон проекты Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөн ҡануни көйләүҙе унификацияларға, ҡануниәттә нигеҙләнмәгән ҡабатлауҙы бөтөрөргә ярҙам итәсәк. Тикшереләсәк закон проектын ҡабул итеү Башҡортостан Республикаһы бюджетынан өҫтәмә сығым средстволарын талап итмәйәсәк, — тип хәбәр итте Валентина Латыпова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть