9 декабрь, Йома

11 апрель 2014 йыл, 10:50

Башҡорт дәүләт университеты студенттарына журналистика нигеҙҙәре тураһында һөйләнеләр

автор: Әлим Фәйезов | фото: Динар Байзигитов

Ошо көндәрҙә журналистика өлкәһендә Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһын булдырыуға 25 йыл тулды. Шуның буйынса Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары менән БР Журналистар союзы һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музей – БР Милли музейы филиалы тарафынан ойошторолған осрашыу уҙҙы. Унда БашДУ-ның журналистика кафедраһы хеҙмәткәре, БР Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музей директоры Динар Байзигитов, шулай уҡ Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары, билдәле журналистар Марсель Ҡотлоғәлләмов, Рәшиҙә Мәһәҙиева, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров ҡатнашты.

Фәнил Ҡоҙаҡаев студенттарға журналистика өлкәһендә Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияның кем тарафынан, ҡасан һәм нисек ойошторолоуо, кем уның лауреаттары булғаны тураһында, ә Динар Байзигитов Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормош юлы тураһында һөйләне. Буласаҡ киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре башҡорт журналистикаһы аҡһаҡалы, иҫ киткес публицист, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Марсель Ҡотлоғәлләмовтың кәңәштәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Ул студенттар менән журналистика нигеҙҙәрен төшөнөүҙә тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашты, төрлө киң мәғлүмәт сараларында эшләүҙә үҙ практикаһынан миҫалдар килтерҙе, һөнәри юлдың башында яңылыш аҙымдарҙан ҡурсаланы. Рәшиҙә Мәһәҙиева һәм Алик Шакиров журналистикаға нисек килеүҙәре тураһында, был ябай булмаған, әммә бик ҡыҙыҡлы һөнәрҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр.

БашДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты БР Журналистар союзы менән берлектә студенттарға белем биреү процесын камиллаштырыу өсөн билдәле журналист-практиктар менән ошондай осрашыуҙар ойоштороуҙы дауам итергә ниәтләнә.