7 декабрь, Шаршамбы

11 апрель 2014 йыл, 9:51

Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы граждандарҙы ҡабул итә

автор: Эльмира Сабирова

11 апрелдә БР буйынса Эске эштәр министрлығының Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә сираттағы граждандарҙы ҡабул итеү үтәсәк. Республика халҡының һорауҙарын һәм мәсьәләләрен ведомство ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының оператив-эҙләү часы начальнигы полиция подполковнигы Сергей Трусов асыҡлаясаҡ.

Ҡабул итеү ваҡыты 15 сәғәттән алып 17 сәғәткә тиклем, алдан яҙылыу өсөн телефондар: (347) 279-40-93, 279-47-05.