4 декабрь, Йәкшәмбе

10 апрель 2014 йыл, 17:20

Өфөлә даими 1106,6 мең кеше йәшәй

автор: Эльвира Латипова

Даими Өфө халҡының иҫәбе, ҡала хакимиәтенә ингән ауыл биләмәләрен иҫәпкә алғанда, 1106,6 мең кеше тәшкил итә, тиелә мэрия мәғлүмәтендә.

Халыҡ иҫәбе буйынса Өфө Рәсәйҙең 15 миллионлы ҡалаһы араһында 11-се урында тора. Башҡортостандың баш ҡалаһы халыҡтың тәбиғи үҫеше күрһәткесе буйынса миллионлы ҡалалар араһында беренсе урынды биләй.

Һуңғы 13 йыл дауамында республикала үлем кимәленең кәмеүе менән бер юлы тыуымдың үҫеше билдәләнә. Халыҡтың тәбиғи үҫеше 2008 йылдан алып күҙәтелә.