Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика имамдары үҙ квалификацияларын раҫлай

Йәмғиәт

Ошо көндрәрҙә Дүртөйлө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы Мосолмандар диниә назараты имамдары һәм мәзиндәренең беренсе аттестация этабы уҙҙы. Планлаштырылған графикка ярашлы, аттестацияға Яңауыл, Борай, Ҡариҙел, Кушнарен, Асҡын, Балтас, Ҡалтасы, Шаран райондары, шулай уҡ Дүртөйлө, Нефтекама, Октябрьский, Туймазы, Ағиҙел ҡалалары дин башлыҡтары килгәйне.

БР Мосолмандар диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, комиссия беренсе көндә 100-ләгән имам һәм мәзинде аттестацияланы. Эксперттар дини хеҙмәткәрҙәрҙең яҡшы әҙерлек кимәлен билдәләне.

Апрелдә имамдарҙы һәм мәзиндәрҙе аттестациялауҙың тағы ла өс этабы үтәсәк. Был тикшереү билдәләнгән тәртиптә теркәлгән дин әһелдәренә генә тарала, квалификацияһын 400-ләп кеше раҫларға тейеш.

Аттестация комиссияһы эшенең киләһе нөктәһе Дыуан ауылы буласаҡ. Бында 15 апрелдә Мәсетле, Салауат, Дыуан, Ҡыйғы, Балаҡатай райондары муллалары һәм мәзиндәре йыйыласаҡ. 22 апрелдә белемде тикшереү Өфөлә уҙасаҡ, аттестация 29 апрелдә Сибайҙа тамамланасаҡ.

Теги: дин,ислам
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть