4 декабрь, Йәкшәмбе

10 апрель 2014 йыл, 14:40

19 апрелдә Башҡортостанда яҙғы һунар миҙгеле асыла

автор: Галина Бахшиева

19 апрелдә Башҡортостанда һыуҙа йөҙөүсе һәм ҡарағай урманы кейектәренә яҙғы һунар миҙгеле асыла. Был ваҡыттан алып өйрәктәргә, вальдшнептарға, ҡаҙҙарға, ҡор һәм һуйырҙарға һунар рөхсәт ителә. Шул уҡ ваҡытта был төрҙәрҙең инә ҡоштарына һунар тыйыла.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә һыуҙа йөҙөүсе һәм ҡарағай урманы кейектәрен аулауға 500-ҙән ашыу рөхсәт бирелгән.

Яҙғы һунар 28 апрелдә тамамланасаҡ.

темалар: экология, һунар