10 декабрь, Шәмбе

10 апрель 2014 йыл, 12:45

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе «Георгий таҫмаһы» акцияһын ойоштора

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан «Халыҡ фронты — Башҡортостан Республикаһында Рәсәй өсөн» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе «Георгий таҫмаһы» акцияһын үткәрәсәк. Активистар Еңеү символын республика халҡының бөтә теләүселәренә таратасаҡ. Таҫма Бөйөк Ватан һуғышында яугирҙарҙың батырлыҡтары тураһында хөрмәт итеп, иҫкә алыу билдәһе булараҡ кейемгә беркетелә.

— Өфөлә 16 апрелдә старт аласаҡ, был акция менән Бөйөк Еңеү көнөнә арналған саралар циклын башлайбыҙ, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе ағзаһы, «Аҡбуҙат» ипподромы генераль директоры Руслан Ғизәтуллин. — 18 апрелдә Георгий таҫмаларын республика райондарында таратасаҡтар. Тағы ла мөһим акциялар буласаҡ. Тематик цикл 10 майҙа «Аҡбуҙат» ипподромында ҙур байрам менән тамамланасаҡ.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе билдәләү алдынан Георгий таҫмаларын таратыу акцияһы йолаға әүерелде. Уларҙы республиканың төрлө министрлыҡтары һәм ведомстволары, йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары, сәйәси партиялар вәкилдәре, волонтерҙар ойоштора. Йыл һайын был хәрәкәткә яңы ҡатнашыусылар өҫтәлә. Шулай итеп, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе был акцияны беренсе тапҡыр уҙғарасаҡ.