5 декабрь, Дүшәмбе

10 апрель 2014 йыл, 11:40

Республиканың Аграр университеты Ҡытай вуздары менән хеҙмәттәшлек төҙөнө

автор: Галина Бахшиева

Башҡорт дәүләт аграр университеты Ҡытай юғары уҡыу йорттары һәм ғилми учреждениелары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ҡытай Халыҡ Республикаһының эш сәфәре Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәренең уртаҡ сараларын әҙерләү һәм үткәреү сиктәрендә ойошторолдо. Башҡорт дәүләт аграр университетының делегацияһын уның ректоры Илдар Ғәбитов етәкләне.

Сәфәрҙең төп маҡсаты – мәғариф һәм фән, ғилми-педагогия хеҙмәткәрҙәренең квалификацияларын күтәреү һәм студенттар менән алмашыу өлкәһендә уртаҡ хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен билдәләү.

Башҡорт дәүләт аграр университетының ғилми һәм инновацион эшмәкәрлеге буйынса проректоры Илгиз Асылбаев хәбәр итеүенсә, Башҡортостан делегацияһы Ҡытайҙың бер нисә ауыл хужалығы вуздарында һәм ғилми учреждениеларында булды. Улар иҫәбендә – Цзямусыла университет, институт һәм академия, Дачинда БАУИ Хейлунцзян аграр университеты, Харбинда ауыл хужалығы фәндәре академияһы.

Цзямусы хакимиәтендә шулай уҡ ҡала мэры һәм башҡа рәсми кешеләр менән осрашыу үткән.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хеҙмәттәшлек тураһында ҡул ҡуйылған килешеү әҙерлек программалары һәм заманса ҡорамалдар, приборҙар, иҫәпләү техникалары, программа тәьминәте, ғилми әҙәбиәт менән ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү буйынса уҡытыу өсөн ике яҡлы ғалимдар, аспиранттар һәм студенттар менән алмашыуҙы аңлата.

Бынан тыш, улар туғандаш кафедралары араһында тура бәйләнеште яйға һалырға, белем биреү процесын ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, уҡытыусыларҙың квалицикацияларын күтәрергә, халыҡ-ара конференциялар үткәрергә һәм уртаҡ ғилми хеҙмәттәр сығарырға ярҙам итәсәк.