Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

БашДУ Инженер кадрҙарының квалификацияларын күтәреү Президент программаһы конкурсында еңеүселәр иҫәбендә

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Өҙлөкһөҙ белем биреү институты инженерлыҡ факультеты менән берлектә 2014 йылда Инженер кадрҙарының квалификацияларын күтәреү Президент программаһы конкурсында ҡатнашты.

Еңеүселәр иҫәбенә БашДУ-ның ике өҫтәмә белем биреү программаһы инде: «Технологик ҡорамалдың инжинирингы» һәм «Техник һәм технологик комплекстар проектлау». Уларҙы тормошҡа ашырыуға 1 миллион 520 мең һум күләмендә федераль субсидия бүленгән, тип хәбәр итә юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте.

Конкурс һайлап алыуында 100-ҙән ашыу юғары уҡыу йорто ҡатнашҡан, шул иҫәптән биш федераль, туғыҙ милли тикшеренеү, 38 техник.

2012-2014 йылдарға Инженер кадрҙарының квалификацияларын күтәреү Президент программаһы сиктәрендә Башҡорт дәүләт университеты проекттары ике тапҡыр (2012 һәм 2013 йылдарҙа) һайлап алыуҙы уңышлы үткән һәм 7,8 миллион һум күләмендә финанслау алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть