10 декабрь, Шәмбе

10 апрель 2014 йыл, 9:38

Өфөнөң «Ағиҙел» предприятиеһында индустрия паркын ойоштороу күҙаллана

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет ултырышында Өфөнөң «Ағиҙел» предприятиеһында, милли сувенир продукцияларын етештереүҙә махсуслашҡан, индустрия паркын ойоштороу буйынса тәҡдим тикшерелде.

«Милли һынлы сәнғәт кәсептәре тураһында»ғы БР законын үтәү тураһында доклад менән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов сығыш яһаны.

— Милли һынлы сәнғәт предприятиеларына иң мөһим ярҙам – уларға үҙҙәрен, үҙ изделиеларын күрһәтергә мөмкинлек биреү. Кешеләр үҙ хеҙмәте өсөн аҡса алырға тейеш. Беҙ, бының өсөн төрлө күрһәтеү майҙансыҡтары булдырып, етештерелгән һәм һатылған продукцияның иҫәбен дәртләндерергә тейеш, — тине Дмитрий Шаронов.

Шундай майҙансыҡтарҙың береһен тип БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Мәскәү Арбаты миҫалы буйынса Өфөлә йәйәүлеләр урамын ойоштороуҙы атаны, унда халыҡ кәсептәре оҫталары үҙ эштәрен күрһәтә алыр ине.

Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү ваҡытында Башҡортостан оҫталарының сувенир продукцияларын алға этәреү буйынса тәҡдимен әйтте, сөнки сит ил ҡунаҡтарының күпләп килеүе кәсепселәрҙең бренд изделиеларын таратыу өсөн яҡшы сәбәп буласаҡ.

Юрий Пустовгаров, «Ағиҙел» предприятиеһы территорияһында урынлашҡан, музейға ярҙам итергә тәҡдим итте. Депутат фекеренсә, музей туризм инфраструктураһының объекты булып китеүе ихтимал.

— Шулай уҡ, файҙаланылмаған майҙансыҡтары күп булған, «Ағиҙел» базаһында индустрия паркы кеүек, кәсеп производстволары урынлаша алырлыҡ, үҙәктәр ойошторорға була. Беҙ бөтөнләй яңы статусҡа, яңы үҫешҡа эйә булыр инек, — тип иҫәпләй Юрий Пустовгаров.

Ултырышта билдәләп үтеүҙәренсә, бындай үҙәк булдырыу предприятие территорияһында белгестәр йыйырға ярҙам итер, ә улар үҙ сиратында кәсепселәргә бөгөн ниндәй сувенир продукцияларын сығарырға кәңәш итер ине. Әлеге ваҡытта оҫталарҙың стратегияһы юҡ – һәр кем үҙ яйына эшләй.

Депутаттың фекерен Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеттың башҡа ағзалары ла хупланы.