Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Иршат Фәхретдинов: «Ҡырымды һәм Севастополде ҡушыу — Ҡара диңгеҙ флоты позицияларын нығытыуҙа кәрәкле аҙым»

Сәйәсәт

Ишембай ҡалаһының 1-се гимназияһында, Ҡырымдың Рәсәй составына ҡушылыуына арналған, «Беҙ бергә!» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә, тантаналар уҙҙы. Бындай сараларҙы үткәреү башланғысы менән «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы сығыш яһаны. Ишембай районы хакимиәте хәбәр итеүенсә, был сарала Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов ҡатнашты.

«Ҡырым кирегә ҡайта!», «Беҙ бергә, бер ғаилә!» — бындай кәйефтәрҙе уҡыусыларҙың сағыу плакаттары сағылдыра.

Өлкән синыф уҡыусылары Рәсәй-Ҡырым мөнәсәбәттәре формалашыуы тарихын  белеүҙе мауыҡтырғыс дәрес-студияла һәм класс сәғәтендә күрһәтте.

— Коллегаларым менән бергә, был тарихи ваҡиға бойомға ашырылғанда, үҙем дә тулҡынланыуҙы йәшереп ҡала алманым, — тип  Ҡырымды Рәсәй составына ҡабул итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһына комментарий бирҙе Иршат Фәхретдинов. — Беҙ бөтәбеҙ ҙә Хөкүмәттең генә түгел, ә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың да эшмәкәрлегенә ғорурландыҡ. Стратегик мөнәсәбәттә Ҡырымды һәм Севастополде ҡушыу – ул Ҡара диңгеҙ флоты позицияларын нығытыуҙа кәрәкле аҙым.

Ҡырымды Рәсәйгә ҡушыуҙан ике яҡ та ота: ҡырымдар бынан алып тотороҡло һәм стратегик көслө дәүләт ҡанаты аҫтында үҫешә ала, рәсәйлеләр үҙ сиратында иҡтисади һәм сәйәси ҡараштан перспективалы төбәкле булды, тип билдәләне депутат.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть