6 декабрь, Шишәмбе

09 апрель 2014 йыл, 17:17

Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев «Беҙ бергә» акцияһында ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Рәсәй менән Ҡырымдың яңынан ҡушылыуына арналған, «Беҙ бергә» дәресендә ҡатнашты. «Берҙәм Рәсәй» акцияһы сиктәрендә саралар был көндәрҙә илдең бөтә белем биреү йорттарында уҙа. Парламентарий Өфөнөң 91-се гимназияһында өлкән синыф уҡыусылары менән осрашты, уларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙе.

Ғилми-методик эштәр буйынса директор урынбаҫары  Андрей Фролов аудиторияны Ҡырым ярымутрауы үҫешенең төп тарихи этаптары менән таныштырҙы.

Гимназистар Ҡырымды Рәсәй Федерацияһына ҡабул итеүгә фекер алышты. Украинала һуңғы айҙарҙағы ваҡиғалар, көсләп власты алмаштырыу, рус телле халыҡҡа ҡурҡыныс янау һәм Ҡырымда референдум – уҡыусылар ярымутрау һәм тотош Украина халҡының яҙмышына ҡатнаш булғанын тойҙо.

Павел Качкаев Ҡырым ваҡиғаларына Дәүләт Думаһының ҡануни яуаптары тураһында һөйләне. Парламентарий, Рәсәй Федерацияһының яңы ике субъекты – Ҡырым һәм Севастополдең финанс тотороҡлоғон тәьмин итеү өсөн ҡабул ителгән, закондарҙы ентекләберәк аңлатты. Әлеге ваҡытта Рәсәй Хөкүмәте Ҡырым ҡануниәтен Рәсәйҙеке менән тап килтереү буйынса саралар планын әҙерләй. Ярымутрау халҡы өсөн 2014 йыл күсеү осоро тип иғлан ителгән, был ваҡыт эсендә Дәүләт Думаһы һәм Хөкүмәт яңы субъекттарҙы Рәсәйгә интеграциялауын тәьмин итергә тейеш.