Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала 15 апрелдән алып балыҡ тотоуға сикләүҙәр индерелә

Йәмғиәт

15 апрелдән алып 10 июнгә тиклем – ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытына – Башҡортостанда сәнәғәт балыҡсылығына бөтә ерҙә лә була торған сикләүҙәр индерелә. Төбәк Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, спорт һәм һәүәҫкәр балыҡсылыҡҡа ҡарата 1 майҙан алып 10 июнгә тиклем сикләүҙәр индерелә.

Павловка һыуһаҡлағысында балыҡ тотоуға тыйыу боҙ әрселеү ваҡытынан алып 10 июнгә тиклем дауам итә.

Бындай сикләүҙәр йыл һайын ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында уңайлы шарттар булдырыу һәм һыу ятҡылыҡтарында балыҡтар запасын тулыландырыу өсөн индерелә. Ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында йылғалар һәм күлдәр, һыуһаҡлағыстар буйлап моторлы йөҙөү сараларында хәрәкәт итеү тыйыла.

Министрлыҡтарҙа билдәләүҙәренсә, был ике ай дауамында республикала һыу ятҡылыҡтарҙы тикшереү көсәйтеләсәк.

Үткән йылдан алып балыҡ тотоу Ҡағиҙәһен боҙоуға административ штрафтар арттырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть